13 Тере ҡалғандар шунда баһадирҙар янына килде, Раббы халҡы Уның янына йыйылды – Һуғышсылар килде!
Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.
Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.
Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.
Ҡалҡ, Девора, ҡалҡ! Ҡалҡ та йырла! Тор, Бараҡ! Әсирҙәреңде алып кит, Авиноғам улы!
Әфраимдан Ғәмәлек еренә ереккәндәр килде, Һинең артыңдан, Бинйәмин, һинең халҡың араһында! Махир нәҫеленән килде ғәскәр башлыҡтары, Зевулундан – хакимлыҡ таяғын тотҡандар.
„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.