Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 4:9 - Изге Яҙма

9 – Барыуын-барырмын, – тип яуапланы Девора. – Тик шуны ла бел: был юл һиңә дан килтермәйәсәк, сөнки Раббы Сисераны ҡатын кешенең ҡулына тапшырасаҡ. Шулай итеп, Девора Бараҡ менән бергә Ҡәдәшкә йүнәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 4:9
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр.


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


Бараҡ Девораға: – Әгәр һин минең менән барһаң, барам, һин бармаһаң, бармайым, – тине.


бер ҡатын ҡул тирмәненең ташын ырғытып ебәрҙе лә Авимәләхтең башын ярҙы.


Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ