7 Явиндың ғәскәр башлығы Сисераны Мин яу арбалары һәм күп һанлы ғәскәре менән алдыңа, Ҡишон йылғаһына алып килеп, һинең ҡулыңа тапшырырмын».
– Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.
Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәтермен.
Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер! Исраилдар шулай эшләне.
Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нәмәнән дә ҡурҡмай атлауын белде.
Ләкин кеше берәйһен яңылышлыҡ менән үлтерһә һәм быға Алла ихтыяр иткән булһа, үлтергән кеше Мин һеҙгә билдәләп ҡуясаҡ урынға ҡасып ҡотола ала.
– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.
Раббы Үҙе был халыҡтарҙың күңелдәрен ҡатырҙы, улар Исраил менән һуғышһындар ҙа, Раббы Мусаға бойорғанса, исраилдар уларҙы харам ҡылып юҡ итһен, был халыҡтарға аяу булмаһын, улар бөтәһе лә ҡырылып бөтһөн өсөн эшләнде был.
Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.
ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр.
Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.
Бараҡ Девораға: – Әгәр һин минең менән барһаң, барам, һин бармаһаң, бармайым, – тине.
Һепереп ташланы дошманды Ҡишон йылғаһы, Боронғо йылға. Ҡишон йылғаһы. Ат тояҡтары яңғырай, Айғырҙары ҡуш аяҡлап саба! Эй йәнем, көс-ҡеүәт менән алға ынтыл!
– Дауыт һиңә яманлыҡ ҡылырға уйлай, тигән кешеләрҙең һүҙенә ниңә ҡолаҡ һалаһың? – тине Дауыт Шаулға. –
Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –