Хилҡияһ ҡаһин, Ахиҡам, Ғахбор, Шафан һәм Ғасаяһ, барып, Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Шаллумдың ҡатыны Хулда исемле пәйғәмбәр ҡатын менән кәңәшләштеләр. Шаллум Тиҡуаның улы, Хархастың ейәне ине. Хулда Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәй ине.