23 Алла ул көндө Ҡәнғән батшаһы Явинды Исраил халҡына буйһонорға мәжбүр итте.
– Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо.
Уларҙың тоҡомдары килеп, шул ергә хужа булды. Һин был ер кешеләрен, ҡәнғәниҙәрҙе, уларға буйһондорҙоң; батшаларын, шул ерҙәге халыҡтарҙы уларҙың ҡулына биреп, ни теләһәләр, шуны ҡылырға ихтыяр ҡуйҙың.
Гүзәл Сион тауы Сафон түбәләре һымаҡ; Ул бөтә донъяның шатлығы, Бөйөк батшаның ҡалаһы.
Бөтә нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтә нәмәлә бар буласаҡ.
Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,
Яғыл Сисераны баҫтырып килгән Бараҡҡа ҡаршы сығып: – Әйҙә ин, һин эҙләгән кешене күрһәтәм, – тине. Бараҡ сатырға инде. Ҡараһа, Сисера үлеп ята, сикәһенә ҡаҙыҡ ҡаҙалған.
Исраил халҡы ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай барып, Ҡәнғән батшаһы Явинды бөтөнләй юҡ итте.