Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 4:11 - Изге Яҙма

11 Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 4:11
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мусаның ҡайныһы Мидйән ҡаһины Итро Алланың Муса һәм уның халҡы Исраил өсөн ҡылғандарын, Раббының Исраил халҡын Мысырҙан сығарғанын ишетте.


Ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайтып кергәс, аталары Реғуил: – Ниңә бөгөн улай тиҙ ҡайттығыҙ? – тип һораны.


Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.


Муса Мидйәндән ҡайныһы Реғуилдың улы Ховавҡа: – Беҙ Раббы «һеҙгә бирәм» тип вәғәҙә иткән ергә китеп барабыҙ, – тине. – Әйҙә беҙҙең менән, беҙ һиңә ҡарата яҡшы булырбыҙ, сөнки Раббы исраилдарға күп яҡшылыҡтар вәғәҙә итте.


Әгәр беҙҙең менән барһаң, Раббы беҙгә ҡылған игелекте һинең менән уртаҡлашырбыҙ.


Артабан ул ҡыниҙарға күҙ төшөрҙө лә улар хаҡында пәйғәмбәрлек итте: «Торлағың ныҡ һинең, Ояң ҡаяла ҡоролған.


Уларҙың биләмә сиктәре Хелефтан һәм Сағананним имәненән башлана ла Адами-Нәҡәв менән Явнеил аша Лаҡҡумға барып етә һәм Иордан ярында тамамлана.


Ҡәдәш, Әдрәғи, Ғейн-Хасор,


Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.


Сисераға Авиноғам улы Бараҡтың Тавор тауына күтәрелеүен еткерҙеләр.


Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.


Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды.


Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ