1 Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы.
Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.
Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.
Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.
Исраил халҡы яңынан Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, шуға күрә Раббы Моав батшаһы Ғәғлонға исраилдарҙы еңергә ҡеүәт бирҙе.
Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.