9 Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы.
Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.
Дошмандарымдың алдында Һин миңә табын ҡорорһоң; Башыма зәйтүн майы һөртөрһөң, Туҫтағымды мөлдөрәмә тултырырһың.
Ҡаланы Калевтың туғаны Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе.
Ҡаланы Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе.
Исраил халҡы: – Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ! – тип Раббыға ялбарҙы. – Үҙ Аллабыҙҙы ташлап, Бәғелдәргә табына башланыҡ.
Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.
Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.
Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.
Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды.
Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.
Исраил халҡы мидйәндәрҙән яҡлау һорап Раббыға ялбарғас,
Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы.