4 Улар ярҙамында Раббы Үҙ халҡы Исраилды һынап, Муса аша ата-бабаларына биргән бойороҡтарҙы яңы быуындың үтәү-үтәмәүен күрмәксе була.
Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.
Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк.
Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең.
Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.
Исраилдарҙың Раббы юлынан, элек ата-бабалары тотҡан юлдан, йөрөймө-юҡмы икәнен һынар өсөн,
Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр.