30 Ул көндө моавтар Исраилға ана шулай буйһондо. Илдә һикһән йылға тыныслыҡ урынлашты.
Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Шунан Ҡыназ улы Ғоҫниил вафат булды.
Ошо бәрелештә улар моавтарҙың ун меңгә яҡын типһә тимер өҙөрлөк ир-атын ҡырып һалды; бер кем дә ҡасып ҡотола алманы.
Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.
Эй Раббым! Дошмандарың барыһы Ошо рәүешле ҡырылһын! Ә Һине яратҡандар көскә тулышып Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!» Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.
Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.