20 Эһуд, батшаның өҫкө ҡатта урынлашҡан бүлмәһенә күтәрелеп: – Минең һиңә Алла һүҙен еткерәһем бар, – тине. Ғәғлон ултырған урынынан торҙо.
– Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“».
Халыҡтан юғарыраҡ торған Ғөзәйер китапты асҡас, бөтә халыҡ аяғөҫтө баҫты.
Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡорамды изгеләндереү тантанаһында башҡарылған йыр.
Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!
Был хәл туғыҙынсы айҙа булды. Батша ҡышҡы һарайында ултыра, алдында ҡуҙлы йылытҡыс янып тора ине.
Ҡышҡы ла, йәйге лә һарайҙарҙы емерермен, Фил һөйәге менән биҙәлгән затлы йорттарҙы, Мөһабәт һарайҙарҙы харабаға әйләндерермен», – тип белдерә Раббы.
Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!
Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине: «Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы.
Әммә, Гилгалдағы боттар тәңгәленә еткәс, кире боролдо. Ул Ғәғлонға: – Эй батша, минең һиңә әйтер серем бар, – тип мөрәжәғәт итте. – Шым, – тине уға Ғәғлон. Уның эргәһендә торған кешеләр бүлмәнән сыҡты.
Шул саҡ Эһуд һул ҡулын һуҙып, уң яҡ биленә ҡыҫтырылған ҡылысын тартып алды ла уны Ғәғлондың эсенә ҡаҙаны.