17 Эһуд яһаҡты алып Моав батшаһы Ғәғлонға килде. Ғәғлон бик һимеҙ кеше ине.
Күҙҙәрен май бөргән, Һимеҙ ҡорһағы һәленеп төшкән хәлдә.
Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.
Изге торлағыңа ут төрттөләр, Исемең төйәкләнгән урынды Ергә ҡолатып нәжесләнеләр.
Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.
Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.
Шуға күрә Раббы Хаким уларға былай ти: «Һимеҙ һарыҡ менән ябыҡ һарыҡ араһында Мин Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен.
Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы.
Эһуд, бүләктәрҙе тапшырғас, уларҙы күтәреп килтерешкән кешеләрҙе оҙата китте.
Ошо бәрелештә улар моавтарҙың ун меңгә яҡын типһә тимер өҙөрлөк ир-атын ҡырып һалды; бер кем дә ҡасып ҡотола алманы.
Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»