Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 3:16 - Изге Яҙма

16 Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 3:16
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғивғондағы ҙур ташҡа барып еткәс, уларға Ғамаса осраны. Йоав һуғыш кейемендә ине һәм биленә ҡылыс таҡҡайны. Алға атлаған сағында, ҡылысы ҡынынан һурылып сыҡты.


Ауыҙҙарында – Алланы маҡтау, Ҡулдарында ике яҡлы үткер ҡылыс булһын:


Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә, Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла,


Барыһы ла ҡылыс таҡҡан, Оҫта һуғышсылар. Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн Һәммәһенең ҡылысы билендә.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәте менән балҡып торған ҡояштай.


Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткер ҡылысы булған Зат былай ти:


Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.


Эһуд яһаҡты алып Моав батшаһы Ғәғлонға килде. Ғәғлон бик һимеҙ кеше ине.


Шул саҡ Эһуд һул ҡулын һуҙып, уң яҡ биленә ҡыҫтырылған ҡылысын тартып алды ла уны Ғәғлондың эсенә ҡаҙаны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ