16 Халыҡтың аҡһаҡалдары: – Ҡалған Бинйәмин улдарына ҡайҙан кәләш табып бирәбеҙ? Уларҙың ырыуынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡырылып бөттө бит, – тинеләр.
Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны.
– Биләмә итеп бирелгән ер, әйҙә, Бинйәмин ырыуында ҡалһын. Исраилдың бер ырыуы ла ҡоромаһын!