15 Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны.
Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һала. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡуша. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә.
сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.
Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.
Боронғо харабаларҙы ҡабат торғоҙорһоң, Иҫке нигеҙҙәр өҫтөнә яңыларын ҡорорһоң. Һине „емерек диуарҙарҙы төҙәтеүсе, Йәшәү өсөн урамдарҙы яңыртыусы“ тип атарҙар.
Бинйәмин яугирҙәре өйҙәренә ҡайтты, һәм исраилдар уларға Ғилғәд Явешының тере ҡалдырылған ҡыҙҙарын кәләш итеп бирҙе. Ләкин ҡыҙҙар етмәй булып сыҡты.
Халыҡтың аҡһаҡалдары: – Ҡалған Бинйәмин улдарына ҡайҙан кәләш табып бирәбеҙ? Уларҙың ырыуынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡырылып бөттө бит, – тинеләр.
– Биләмә итеп бирелгән ер, әйҙә, Бинйәмин ырыуында ҡалһын. Исраилдың бер ырыуы ла ҡоромаһын!
Исраил халҡы үҙ туғандары булған Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды һәм: – Бөгөн Исраилдың бер ырыуы юҡ булды, – тип әсенде. –