Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 21:10 - Изге Яҙма

10 Исраил йәмғиәте Ғилғәд Явешына ун ике мең яугирҙе юлланы һәм уларға: – Барығыҙ, Ғилғәд Явешы кешеләрен ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары менән бергә ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 21:10
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуның өсөн бөтә ир балаларҙы, ир ҡуйынын күргән барлыҡ ҡатындарҙы үлтерегеҙ.


ул ҡаланың кешеләрен ҡылыс менән тураҡла. Бөтә ҡаланы һәм ундағы барлыҡ нәмәне, мал-тыуарҙы ла индереп, харам ҡыл – ҡылыстан үткәр.


Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.


Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.


Шунан улар бер-береһенән: – Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар. Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды,


сөнки халыҡты барлағанда, Ғилғәд Явешынан берәү ҙә юҡ ине.


„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.


Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине: – Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ. Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты.


Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ