Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 21:1 - Изге Яҙма

1 Исраилдар Миспала йыйылғас: «Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡыҙҙарын Бинйәмин улдарына кәләш итеп бирмәйәсәк», – тип ант иткәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 21:1
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы.


– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.


Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте.


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.


бөтә Исраил ырыуҙарынан йөҙ кешенең тиҫтәһен, мең кешенең йөҙөн, ун мең кешенең меңен алып, уларға Исраилда ҡылған әшәке эше өсөн бинйәминдәр Гивғаһына яза бирергә бара торған ғәскәргә аҙыҡ килтерергә ҡушабыҙ, – тине.


Исраилдар яңынан Бинйәмин ырыуы биләгән ерҙәргә әйләнеп килеп, ундағы кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һәм бөтә йән эйәһен ҡыра, тирә-яҡтағы бөтә ҡалаларҙы яндыра.


Бөтә халыҡ бер кешеләй булып ошолай ҡарар итте: – Беребеҙ ҙә сатырыбыҙға ҡайтмайбыҙ, өйҙәребеҙгә таралышмайбыҙ.


Ләкин беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп бирә алмайбыҙ, сөнки Исраил халҡы: «Бинйәмингә кәләш биргән кешегә ҡарғыш төшһөн», – тип ант итте.


Аталары йә ағалары ялыу менән килһә, беҙ: «Беҙҙең хаҡҡа уларҙы ғәфү итегеҙ инде. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһын һуғышта кәләшле итә алманыҡ. Ә һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы уларға үҙегеҙ бирмәгәс, был эштә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ», – тип әйтербеҙ.


Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.


Уларҙың иҫән ҡалғандары өсөн ҡайҙан кәләш табабыҙ? Беҙ бит үҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға ҡатынлыҡҡа бирмәҫкә Раббының исеме менән ант иттек.


Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ