48 Исраилдар яңынан Бинйәмин ырыуы биләгән ерҙәргә әйләнеп килеп, ундағы кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һәм бөтә йән эйәһен ҡыра, тирә-яҡтағы бөтә ҡалаларҙы яндыра.
Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала.
Рәнйеүле туған – нығытмалы ҡала, ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра.
Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора.
Исраилдар Миспала йыйылғас: «Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡыҙҙарын Бинйәмин улдарына кәләш итеп бирмәйәсәк», – тип ант иткәйне.
Бинйәминдәр шулай эшләне. Улар, күмәк бейеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы урлап, үҙ биләмәләренә кәләш итеп алып ҡайтты. Шунда ҡалаларын ҡабат төҙөп, йәшәй башланылар.