39 төп көстәр кире боролоп һуғышҡа инергә тейеш була. Шул арала бинйәминдәр утыҙлап Исраил яугирен үлтергән була. Шуға күрә улар: «Исраилдар элекке алыштарҙағы шикелле тар-мар ителде», – тип уйлай.
Данлы исемең хаҡына беҙгә ярҙам ит, Йә Алла, ҡотҡарыусыбыҙ беҙҙең! Исемең хаҡына йолоп ал беҙҙе, Гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит.
Бинйәмин яугирҙәре: «Беҙ уларҙы әүәлгесә ҡырабыҙ», – тип уйланы. Исраилдар иһә бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, уларҙан ҡасайыҡ та ҡаланан алыҫҡа, юлдарға алып китәйек, – тине.