37 Боҫҡондағылар иһә сығып Гивғаға уҡтала, уны баҫып ала һәм ундағы бөтә халыҡты ҡылыстан үткәрә.
Тауға ҡағылған затҡа иһә ҡул менән тотонмағыҙ, уны таш бәреп йә уҡтан атып үлтерегеҙ. Тауға ҡағылған йән эйәһе – хайуанмы ул, кешеме – тере ҡалырға тейеш түгел. Оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртҡан мөгөҙ борғо тауышын ишеткәс кенә улар тауға күтәрелә алыр.
Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.
Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө.
Быны күреп, Ғай батшаһы икенсе көндө иртәнсәк ғәскәре менән Ғарава тигеҙлеге алдындағы алдан билдәләнгән урынға табан исраилдарға ҡаршы һуғышҡа ашыҡты. Әммә ул ҡаланың икенсе яғында боҫҡон ҡуйылғанын белмәй ине.
яугирҙәре боҫҡондан сыҡты ла ҡалаға бәреп инде. Уны ҡулға төшөрҙөләр һәм үрт һалдылар.