35 Әммә Раббы бинйәминдәрҙе исраилдар алдында тар-мар итте. Ул көндө исраилдар уларҙың ҡылыс тотҡан егерме биш мең дә бер йөҙ кешеһен үлтерҙе.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Ул көндө Гивғанан булған ете йөҙ һайланма яугирҙән тыш, Бинйәмин ырыуының башҡа ҡалаларынан егерме алты мең ҡораллы һуғышсы йыйҙылар.
Исраил ғәскәренең ун мең һайланма яугире Гивғаға һөжүм итте һәм аяуһыҙ алыш башланды. Бинйәмин ырыуы һуғышсылары афәт килгәнен аңғармай ине әле.
Бинйәминдәр үҙҙәренең еңелгәнен аңланы. Был хәл шулай була: Гивға янында боҫҡонда ятҡан һуғышсыларға ышанған исраилдар Бинйәмин ғәскәре алдында сигенә бирә.