32 Бинйәмин яугирҙәре: «Беҙ уларҙы әүәлгесә ҡырабыҙ», – тип уйланы. Исраилдар иһә бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, уларҙан ҡасайыҡ та ҡаланан алыҫҡа, юлдарға алып китәйек, – тине.
Ә мин үҙем менән булғандарҙы алып, ҡалаға ҡарай йүнәләм. Уның халҡы, теге саҡтағы шикелле, беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡҡас, беҙ сигенә башларбыҙ.
Улар, әүәлге һымаҡ, беҙ уларҙан ҡурҡып ҡасабыҙ, тип уйлап, артыбыҙҙан ҡыуа төшөр, ә беҙ уларҙы ҡаланан алыҫҡараҡ алып китербеҙ. Беҙ ҡасырбыҙ,
Бинйәмин һуғышсылары алышырға сыҡты һәм, Исраил ғәскәрен ҡыуып килеп, ҡаланан алыҫлашты. Улар элекке һымаҡ исраилдарҙы ҡыра башланы, береһе Бейт-Илгә, икенсеһе ялан буйлап Гивғаға барған юлдарҙа һәм асыҡ урында утыҙға яҡын яугирен үлтерҙе.
Исраилдарҙың төп көсө Бәғел-Тамарға күсте, Гивғаның көнбайышында боҫҡонда ятҡан яугирҙәр йәшеренгән урынынан Гивғаға ынтылды.
төп көстәр кире боролоп һуғышҡа инергә тейеш була. Шул арала бинйәминдәр утыҙлап Исраил яугирен үлтергән була. Шуға күрә улар: «Исраилдар элекке алыштарҙағы шикелле тар-мар ителде», – тип уйлай.