26 Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.
Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.
Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.
Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.
Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.
Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының бишенсе йылында, туғыҙынсы айҙа Йәрүсәлимдә йәшәгән бар халыҡҡа һәм Йәһүҙә ҡалаларынан Йәрүсәлимгә килгән һәр кешегә Раббыға бағышлап ураҙа иғлан ителде.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты.
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.
Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.
Тегеләр иһә Гивғанан сыҡтылар ҙа, исраилдарға һөжүм итеп, уларҙың тағы ҡылыс менән ҡоралланған ун һигеҙ мең яугирен үлтерҙеләр.
Ә хәҙер исраилдар Бейт-Илгә килделәр һәм, Алла хозурында ултырып, кискә тиклем ҡысҡырып-ҡысҡырып иланылар.
Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.
Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы.
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.