4 Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы.
Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.
Белеклегә шелтә лә һабаҡ, ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ.
Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам».
Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –
Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.
әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.
Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.
Алла ихтыяры менән көйөнөү ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү үлемгә илтә.
Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен.
Шуға күрә Мин дә былай тип әйтәм: «Был халыҡтарҙы һеҙҙең аранан ҡыуып ебәрмәйем. Улар һеҙгә – элмәк, ә уларҙың илаһтары һеҙҙең өсөн тоҙаҡ булыр».
Шуға ла был урынды Бохим тип атанылар һәм шунда Раббыға ҡорбан килтерҙеләр.
Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы.
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.