Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 2:16 - Изге Яҙма

16 Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 2:16
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.


Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Шемуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған.


Авимәләхтең вафатынан һуң, Исасхар тоҡомонан Додонан тыуған Пуаның улы Толағ Исраилды ҡотҡарыусы булды. Ул Әфраим таулығындағы Шамир тигән ерҙә йәшәне.


Ифтах ғаммондар менән һуғышырға китте һәм Раббы был халыҡты уның ҡулына тапшырҙы.


Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.


Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.


Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды.


Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине.


Исраилда хакимдар идара иткән осорҙа илдә йот башланды. Шул арҡала Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм тигән ҡаланан бер кеше ҡатыны һәм ике улы менән Моав еренә күсенде.


Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.


Ҡаһармандарса һуғышып, ғәмәлектәрҙе тар-мар итте һәм Исраилды талаусыларҙан ҡотҡарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ