7 Леви юлға йыйынғайны ла, ҡайныһы ай-вайына ҡуймай алып ҡалды.
Әммә батша Авшаломға: – Юҡ, улым, һиңә мәшәҡәт һалып, беҙ күмәкләшеп барып йөрөмәбеҙ инде, – тип баш тартты. Авшалом бик үтенеп һораһа ла, батша фатихаһын биреп, бармай ҡалды.
Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны.
Бишенсе көнөнә иртүк тороп ҡайтырға булды, ләкин ҡайныһы тағы: – Тамаҡ туйҙырып ал, төштән һуң ҡайтырһығыҙ әле, – тине. Ирҙәр тағы икәүләшеп ашаны-эсте.