26 Ҡатын таң алдынан хужаһы ҡуна ҡалған кешенең ишек төбөнә барып йығылды һәм ҡояш сыҡҡансы шунда ятты.
Ул эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам да ҡарт», – тип уйланы.
Мәҫәлән, Сара ла Ибраһимды хужам тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә игелек ҡылһағыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаһағыҙ, Сараның балалары булырһығыҙ.
Ләкин тегеләр уны тыңларға ла теләмәне. Шунан леви йәриәһен улар янына сығарып ебәрҙе. Теге ирҙәр төнө буйы ҡатынды көсләне, мыҫҡыл итте, таң беленгәс кенә ҡайтарып ебәрҙеләр.
Иртәнсәк хужаһы, юлға сыҡмаҡсы булып, ишек асты. Ҡараһа, йәриәһе, ҡулдарын тупһаға һалған килеш, ишек төбөндә ята.
ир, өгөтләп кире алып ҡайтыр өсөн, уның янына китте. Үҙе менән хеҙмәтсеһен һәм ике ишәген алды. Йәриәһе ирен атаһының йортона алып инде. Йәш ҡатындың атаһы, кейәүен шатланып ҡаршыланы