25 Ләкин тегеләр уны тыңларға ла теләмәне. Шунан леви йәриәһен улар янына сығарып ебәрҙе. Теге ирҙәр төнө буйы ҡатынды көсләне, мыҫҡыл итте, таң беленгәс кенә ҡайтарып ебәрҙеләр.
Әҙәм ҡатыны Һауа менән яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле улын тапты. «Раббы рәхмәте менән уллы булдым», – тине Һауа.
«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?
Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.
Улар, намыҫтарын юғалтып, аҙғынлыҡҡа бирелгән һәм ҡомһоҙланып һәр төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла.
Ана минең үҙемдең ир ҡулы ҡағылмаған ҡыҙым, ә был кешенең йәриәһе бар, шуларҙы сығарам. Уларҙы көсләгеҙ, теләһә ни эшләгеҙ, тик минең ҡунағыма ундай әшәкелек эшләмәгеҙ.
Ҡатын таң алдынан хужаһы ҡуна ҡалған кешенең ишек төбөнә барып йығылды һәм ҡояш сыҡҡансы шунда ятты.
Гивға кешеләре миңә ҡаныҡты, төндә мин туҡтаған өйҙө ҡамап алды. Мине үлтерергә иттеләр, ә йәриәмде үлтергәнсе көсләнеләр.