16 Бына бер ҡарт кисләп кенә баҫыуҙан эштән ҡайтып килә ине. Ул үҙе тыумышы менән Әфраим тауҙарынан булып, Гивғала йәшәй торғайны. Был ерҙә йәшәүселәр Бинйәмин ырыуынан ине.
Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».
Шул саҡ Исраил Мысырға килеп төштө, Күсеп Хам ерендә төйәкләнде Яҡуп.
Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, Әммә еңә алманылар.
Харам юл менән табылған байлыҡ тарҡала, бөртөкләп йыйылған байлыҡ арта бара.
Һәр тырыш хеҙмәт ҡаҙаныш килтерә, буш хәбәрҙән нужа тыуа.
Башта тыштағы эштәреңде башҡар, баҫыуыңдағы эште тамамла, шунан ғына өй һалып кер.
Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.
Ҡояш аҫтында шундай бер яман фажиғә күрҙем мин: йыйылған байлыҡ хужаһына зыян килтерә.
Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.
Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.
Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек.
Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды.
Улар ары китте. Бинйәминдәр ырыуының Гивға ҡалаһына етәрәк, ҡояш байыны.
Юлаусылар, ҡунып сығыр өсөн, Гивғаға боролдо. Ҡалаға килеп еткәс, улар ҡала майҙанына барып ултырҙы, ләкин ҡунырға саҡырған кеше булманы.
Ҡала майҙанында ултырған мосафирҙы күреп, ҡарт: – Ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны.