Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 19:11 - Изге Яҙма

11 Улар Йевусҡа етеп килгәндә, көн кисләгәйне инде. Хеҙмәтсеһе хужаһына: – Әйҙә, ошо йевусиҙәр ҡалаһында ҡунайыҡ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 19:11
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине.


шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.


Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.


Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте.


Ләкин хужаһы: – Юҡ, сит ҡәбилә кешеләренә бармайыҡ, улар бит исраилдарҙан түгел. Әйҙә, Гивғаға барып етеп ҡунайыҡ, – тине. Шунан:


– Үҙебеҙ менән ишәктәребеҙ өсөн һаламыбыҙ ҙа, аҙығыбыҙ ҙа бар. Беҙҙең, һинең ҡолдарыңдың, ашар ризығы ла, эсәр шарабы ла бар – үҙемә лә, бына был ҡатынға, һинең ҡолиәңә лә, хеҙмәтсемә лә етерлек. Һис нәмәгә мохтажлығыбыҙ юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ