Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:7 - Изге Яҙма

7 Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:7
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине.


Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Мул үләнле шәп көтөүлектәр, киң, һил ерҙәр табалар. Был төбәктә Хам ырыуы халҡы йәшәгән була.


Тороғоҙ, ҡайғыһыҙ, вайымһыҙ йәшәгән Ошо ҡәүемгә һөжүм итегеҙ, – тип белдерә Раббы. – Ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ, Халҡы үҙ алдына йәшәй.


Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә, һәм маҡтау алырһың.


Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе.


шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


Ҡалаға Исраил улдарының береһе, үҙҙәренең ата-бабалары булған Дандың исемен бирҙеләр. Ҡаланың элекке исеме Лаиш ине.


Ҡаһин уларға: – Күңелегеҙ тыныс булһын. Һеҙҙең юлығыҙ Раббының күҙе алдында! – тине.


Әлеге биш кеше Сорғаға һәм Әштәолға әйләнеп ҡайтты. Ағай-энеләре: – Йә, ни менән ҡайттығыҙ? – тип һораны.


Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ