6 Ҡаһин уларға: – Күңелегеҙ тыныс булһын. Һеҙҙең юлығыҙ Раббының күҙе алдында! – тине.
Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.
Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.
Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро.
Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –
Был ерҙе Аллаң Раббы Үҙе ҡайғырта: Аллаң Раббы уны йыл әйләнәһенә күҙ уңынан ысҡындырмай.
Атабыҙ Алла Үҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса һеҙҙең эргәгә барыр юлыбыҙҙы турайтһын.
Тегеләр егеттән: – Алланан һора әле, юлыбыҙ уң булырмы икән? – тип үтенделәр.
Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.
– Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.