Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:31 - Изге Яҙма

31 Алла йорто Шилола булғанда, Дан ырыуы Михаяһ яһатҡан ботто үҙҙәрендә һаҡланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:31
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.


Барығыҙ Шилоға, Мин тәү тапҡыр исемемде төйәкләндергән урынды ҡарағыҙ! Халҡым Исраилдың яуызлығы арҡаһында уны нимә эшләткәнемде күрегеҙ.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


– Беҙ Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән минең төйәгем булған Әфраим таулығының алыҫ битләүенә ҡайтып барабыҙ. Мин Йәһүҙә Бейт-Ләхәменә барғайным. Хәҙер, юл ыңғайында Раббы йортона ғибәҙәт ҡылып китмәксебеҙ, әммә бындағыларҙың береһе лә ҡунырға саҡырмай, – тине.


Улар: – Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр.


Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ.


Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ