Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:28 - Изге Яҙма

28 Лаиш халҡына ярҙамға килеүсе булманы, сөнки был ҡала Сидондан алыҫ, ә күршеләре менән аралашмай инеләр. Лаиш Бейт-Реховҡа яҡын үҙәндә урынлашҡайны. Дан кешеләре, ҡаланы яңынан аяҡҡа баҫтырып, шунда йәшәй башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:28
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.


Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән.


Улар Ғилғәдкә һәм Ҡадешҡа яҡын булған хиттиҙәр еренә барҙы; Дан-Яғанға барып, Сидонды урап сыҡты,


Раббым Аллам, Һиңә һыйынамын; Һаҡла эҙәрләүселәрҙән, ҡотҡар.


«Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимгә юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».


Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә! Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә: «Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым, Уландар тәрбиәләмәнем, Ҡыҙҙар үҫтермәнем».


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.


Ғаврон, Рехов, Хаммон һәм Ҡанаға табан дауам итә. Бөйөк Сидон ҡалаһына килеп етеп,


Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне.


Ҡалаға Исраил улдарының береһе, үҙҙәренең ата-бабалары булған Дандың исемен бирҙеләр. Ҡаланың элекке исеме Лаиш ине.


Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ