Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:20 - Изге Яҙма

20 Ҡаһинға был тәҡдим бик оҡшаны һәм, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ботто алып, халыҡ менән бергә китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:20
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:


Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.


Тегеләр ҡаһинға: – Шым, ауыҙыңды яп та беҙҙең менән бар. Беҙҙә атай һымаҡ кәңәшсе һәм ҡаһин булырһың. Һиңә бер кешенең йортонда ҡаһин булғансы, Исраилдың тотош бер ырыуында йәки Исраилдың бер нәҫелендә ҡаһин булыу яҡшыраҡ түгелме ни? – тинеләр.


Улар артабан юлланды, бала-сағаны, мал-мөлкәтте алдан үткәреп, сәфәрҙәрен дауам иттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ