Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:19 - Изге Яҙма

19 Тегеләр ҡаһинға: – Шым, ауыҙыңды яп та беҙҙең менән бар. Беҙҙә атай һымаҡ кәңәшсе һәм ҡаһин булырһың. Һиңә бер кешенең йортонда ҡаһин булғансы, Исраилдың тотош бер ырыуында йәки Исраилдың бер нәҫелендә ҡаһин булыу яҡшыраҡ түгелме ни? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:19
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.


Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.


Ҡарағыҙ миңә – һушығыҙ китер, Ҡулығыҙ менән ауыҙығыҙҙы ҡапларһығыҙ.


Түрәләр һөйләүҙән туҡтап, Ҡулдары менән ауыҙын ҡаплай,


Алйотланып танау сөйһәң, ниәтеңдә золом булһа, усың менән ауыҙыңды яп,


Ҡәүемдәр быны күрер ҙә Ҡеүәттәре юҡлыҡҡа оялыр; Устары менән ауыҙҙарын ҡапларҙар, Ҡолаҡтарын томаларҙар.


Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә – күктәге Атағыҙ ғына бар.


Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.


Тегеләр Михаяһ йортонан ботто, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡҡас, ҡаһин уларға: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине.


Ҡаһинға был тәҡдим бик оҡшаны һәм, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ботто алып, халыҡ менән бергә китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ