14 Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.
Ул былай тине:
Улым, өгөт-нәсихәтте тыңламаһаң, һабаҡ биргән һүҙҙәрҙән мәхрүм ҡалырһың.
Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.
Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.
Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр.
Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.
Араларынан берәү уға: – Атайың халыҡҡа, бөгөн ризыҡ ейгән кешегә ҡарғыш төшәсәк, тип әйтеү әйтте. Шуға күрә халыҡ бик ныҡ арыны, – тине.
Ә Михәл, бер йорт илаһының һынын алып, уны түшәккә һалды, баш урынына кәзә дебетенән ойпаланған кейеҙ ҡуйҙы ла, кейем менән ҡапланы.