Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 18:10 - Изге Яҙма

10 Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 18:10
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Быға тиклем Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре, Ғарҙа йәшәгән Моав кешеләре илдәре аша үтергә рөхсәт итте. Һин дә Иордан аша Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән ерҙәренә сығырға ризалыҡ бир».


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Шунан ҡайтыр юлға сыҡтылар. Тауҙарҙан төшөп, йылғаны кистеләр ҙә Йушағ Нун улына барып, үҙҙәре менән булғанды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр.


– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.


Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ.


Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды.


Ә Дан кешеләре Михаяһ яһатҡан бөтә нәмәләрҙе, шулай уҡ уның ҡаһинын алып, Лаишҡа, тыныс һәм вайымһыҙ йәшәп ятҡан халыҡҡа һөжүм итергә китте. Халыҡты ҡылыстан үткәреп, ҡаланы үртәнеләр.


Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.


Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ