5 Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.
– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?
Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Яровғам һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөн, Йәһүҙәлә үткәрелә торған байрамға оҡшатып, байрам тип иғлан итте. Бейт-Илдә үҙе яһатҡан үгеҙ башмаҡ һындарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Бейт-Илдәге үҙе эшләткән табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһиндар билдәләне.
Фарсы батшаһы Кир ҡасандыр Навуходоносор Раббының Йәрүсәлимдәге йортонан алып китеп, үҙ илаһы йортона ҡуйған һауыт-һабаны сығартты.
Унан Муса Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар.
Раббы ҡарары өсөн оҫта итеп түшлек эшлә. Ул эфод һымаҡ уҡ алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән булһын.
Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был.
билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.
Балта оҫтаһы ағасты еп менән үлсәй, Осло ҡорал менән һыҙып сыға, Ырып һырлай һәм күркәм кеше ҡиәфәтендә Изге урынға ҡуйыр өсөн бер бот яһай.
Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.
Раббы Хаким былай ти: «Сәлләңде сис, тажыңды ташла! Инде бөтә нәмә үҙгәрәсәк: Түбәнһетелгән – күтәреләсәк, Юғары булған – түбән төшөрөләсәк.
Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.
Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».
Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.
Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.
Улы ҡайтарып биргәс, әсәһе ике йөҙ шекел көмөштө алып, уны көмөшсөгә илтте лә бот менән ҡойолма илаһ яһатып алды. Шул ваҡыттан алып, ул бот Михаяһтың өйөндә торҙо.
Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.
– Һеҙ мин яһаттырған илаһтар менән ҡаһинымды алып киткәнһегеҙ. Ә минең нимәм ҡалды? Хәҙер килеп: «Һиңә нимә кәрәк?» – тип тораһығыҙ! – тине Михаяһ уларға.
Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды.
Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.
Ә Михәл, бер йорт илаһының һынын алып, уны түшәккә һалды, баш урынына кәзә дебетенән ойпаланған кейеҙ ҡуйҙы ла, кейем менән ҡапланы.
Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне.