Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 17:4 - Изге Яҙма

4 Улы ҡайтарып биргәс, әсәһе ике йөҙ шекел көмөштө алып, уны көмөшсөгә илтте лә бот менән ҡойолма илаһ яһатып алды. Шул ваҡыттан алып, ул бот Михаяһтың өйөндә торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 17:4
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.


Балта оҫтаһы ағасты еп менән үлсәй, Осло ҡорал менән һыҙып сыға, Ырып һырлай һәм күркәм кеше ҡиәфәтендә Изге урынға ҡуйыр өсөн бер бот яһай.


Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.


«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе: – Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине.


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ