Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 17:2 - Изге Яҙма

2 Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 17:2
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!


Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым.


Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


«Гонаһ түгел», – тип ата-әсәһен талаған әҙәм юлбаҫарға бәрәбәр.


Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!


Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.


Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр.


Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.


Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе: – Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине.


„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.


– Һиңә, ҡыҙым, Раббының рәхмәте төшһөн. Был юлы һин элеккенән дә дөрөҫөрәк эшләнең – ярлымы, баймы, йәш егеттәр артынан йүгермәнең.


Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.


Араларынан берәү уға: – Атайың халыҡҡа, бөгөн ризыҡ ейгән кешегә ҡарғыш төшәсәк, тип әйтеү әйтте. Шуға күрә халыҡ бик ныҡ арыны, – тине.


Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы.


Шаул уларға: – Мине ҡайғыртҡанығыҙ өсөн һеҙгә Раббының бәрәкәте яуһын, – тине. –


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ