12 ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне.
Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.
Раббы Һарунға былай тине: – Изге урынға ҡағылышлы бөтә етешһеҙлектәр өсөн һин үҙең, улдарың һәм тотош атаң нәҫеле яуаплы. Ҡаһин вазифаһын үтәгәндәге етешһеҙлектәр өсөн фәҡәт һин һәм улдарың ғәйепле булыр.
Йәш леви был кешелә ҡалырға булды. Михаяһ уны улы һымаҡ күрҙе,
Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.
Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды.
Ул: – Михаяһ мине ялланы, мин унда ҡаһин булып торам, – тине. Михаяһтың үҙенә ҡылған яҡшылыҡтарын һөйләне.