10 Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.
Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.
Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.
Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.
Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.
Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
Уға һинең кейемеңде кейҙерермен, биленә һинең билбауыңды быуырмын, хакимлығыңды уның ҡулына тапшырырмын. Ул Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә һәм Йәһүҙә халҡына атай булыр.
Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».
– Әгәр һеҙгә Ғайсаны тотторһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар Йәһүҙәгә утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе.
Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.
Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.
үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.
Йәш леви был кешелә ҡалырға булды. Михаяһ уны улы һымаҡ күрҙе,
Михаяһ унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. Теге егет: – Мин Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынанмын, леви булам, төйәкләнер урын эҙләйем, – тине.
Ул: – Михаяһ мине ялланы, мин унда ҡаһин булып торам, – тине. Михаяһтың үҙенә ҡылған яҡшылыҡтарын һөйләне.
Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».