8 Пелешти бейҙәре Делилаға ете ҡат әле кибеп бөтмәгән сей кереш килтерҙеләр. Делила уның менән Шимшонды бәйләне.
Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.
Шимшон уға: – Әгәр ҙә мине ете ҡат әле кибеп бөтмәгән кереш менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.
Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Делила: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тигәйне, Шимшон, сүс епте ялҡын өҙгән һымаҡ ҡына итеп, кереште өҙөп ташланы – уның көсөнөң сере асылмай ҡалды.