6 Делила Шимшондан: – Әйт әле миңә, һинең көсөң нимәлә? Буйһондорор өсөн һине нимә менән бәйләргә? – тип һораны.
Улар мине дүрт тапҡыр саҡырҙы, дүртеһендә лә бер үк төрлө яуап бирҙем.
Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?
Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.
Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай, юха телленең ауыҙында һәләкәт ята.
сөнки аҙғын ҡатын бер һыныҡ икмәккә ҡалдыра, сит ҡатын йәнеңдән яҙҙыра.
Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе.
Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.
Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.
Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе.
Пелешти бейҙәре был ҡатынға килеп: – Уның еңелмәҫ көсө нимәлә икәнен ипләп кенә белеш. Бәйләп һалып буйһондорор өсөн уны нисек еңергә икән? Ә беҙ һиңә һәр ҡайһыбыҙ бер мең дә бер йөҙ шекел көмөш аҡса бирербеҙ, – тине.
Шимшон уға: – Әгәр ҙә мине ете ҡат әле кибеп бөтмәгән кереш менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.