22 Шул арала Шимшондың башындағы ҡырҡылған сәс үҫә башланы.
Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.
Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.
Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.
Пелешти бейҙәре, үҙ илаһтары Дагонға ҙур ҡорбан килтереп, күңел асырға йыйылды. Улар: – Илаһыбыҙ дошманыбыҙ Шимшонды ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тиештеләр.