Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:17 - Изге Яҙма

17 Шуға күрә ул ҡатынға йөрәк серен систе: – Минең башыма бәке тейгәне юҡ, тыуа-тыуғандан бирле Алланың нәзиремен. Әгәр ҙә сәсемде ҡырҡһалар, ҡеүәтем бөтәсәк. Мин көсһөҙләнеп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:17
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.


Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр.


Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.


Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.


– Исраилдарға шуны хәбәр ит: әгәр берәй ир йә ҡатын нәзирлек нәҙере биреп үҙен Раббыға бағышлаһа,


Нәзирлек нәҙеренең бар дауамында уның башына бәке теймәһен. Раббы нәзирлегенә бағышланыу көнө тулғансы ул изге булып тора, шуға башындағы сәсен үҫтерергә тейеш.


Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы.


Һин, ауырға ҡалып, малай табырһың. Ул баланың башына бәке теймәһен, сөнки әсә ҡарынынан уҡ был бала Аллаға бағышланып нәзир булыр. Ул Исраилды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡара башлар.


Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө.


Делила, Шимшондың уға серен асҡанын аңланы ла, кеше ебәреп, пелешти бейҙәрен саҡырҙы. – Тағы бер тапҡыр килегеҙ, ул миңә серен асты, – тине. Пелешти хакимдары, көмөштәрен алып, уның янына килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ