8 Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы.
Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны,
Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.
«Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым; Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине. Асыу менән тапаным уларҙы, Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым. Ҡандары кейемемә сәсрәне; Бөтөн өҫ-башымды бысратты.
Асыу менән тапаланым халыҡтарҙы, Ярһыу менән иҫерттем уларҙы, Ҡандарын ергә ағыҙҙым».
ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.
Йәһүҙә кешеләре уларҙан: – Ниңә беҙгә яу менән килдегеҙ? – тип һораны. Тегеләр: – Беҙ, Шимшондың аяҡ-ҡулын бәйләп, беҙгә эшләгәнен үҙенә эшләргә килдек, – тинеләр.
Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға: – Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә? Шимшон: – Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы.
Шимшон быны ишеткәс, уларға: – Әгәр былай иткәнһегеҙ икән, һеҙҙән үсемде алмай туҡтамам, – тине.
Пелештиҙәр Йәһүҙә еренә килеп, туплам булып урынлаштылар һәм Лехигә йүнәлделәр.