1 Бер нисә көндән, бойҙай урағы осоронда, Шимшон, бер кәзә бәрәсе алып, ҡатынын күрергә килде. – Ҡатынымдың янына, уның бүлмәһенә керәйем әле, – тигәйне, ҡыҙҙың атаһы Шимшонды индермәне.
Бына бер саҡ ул Лаванға: – Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, – тине.
– Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, – тине Йәһүҙә. Ҡатын уға: – Ҡасан ебәргәнсе, берәй әйбереңде ҡалдырып тор, – тине.
Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.
«Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асыр өсөн һин миңә берәй тапҡыр кәзә бәрәсе лә биргәнең юҡ.
Әгәр берәйһе ҡатын алһа һәм яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, унан күңеле ҡайтып,