8 Күпмелер ваҡыттан һуң, Шимшон ҡыҙҙы кәләш итеп алыр өсөн яңынан Тимнаға китте һәм юл ыңғай арыҫландың үләкһәһен ҡарарға боролдо. Емтек эсенә ҡорт күсе оялағайны һәм бал йыйғайны.
Бына бер саҡ ул Лаванға: – Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, – тине.
Бал таптыңмы – туйғансы аша, ҡоҫҡансы ашама;
Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.
Тимнаға килгәс, Шимшон ҡыҙ менән күрешеп һөйләште, ҡыҙ уны бик оҡшатты.
Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне.